Унда республика район-ҡалаларынан һәм Рәсәй төбәктәренән «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында ял итеүсе хаҡлы ялдағы 122 кеше ҡатнаша.
«Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында тормошто яратҡан, физик күнегеүҙәр эшләүҙе хуп күргән өлкән йәштәге гүзәл заттар һәм ир-егеттәр йыйылған. Уларҙың йәше 55 -83-кә тиклем. Хаҡлы ялдағылар ун көн дауамында бында сәләмәтлеген нығытасаҡ. Уларҙың күңелдәре йәш, ҡартлыҡҡа бирешеп бара торғандарҙан түгел. Күптән инде хаҡлы ялда булһалар ҙа хәрәкәттә - бәрәкәт икәненә инанғандар.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарфынан өлкән быуынға арналған декада республикала 4-cе тапҡыр ойошторолдо. Быйылғыһы төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатын ҡуя. Ханты-Манси автономиялы округы, Архангел өлкәһе вәкилдәре Өфөлә тәжрибә уртаҡлашасаҡ, өлкән йәштәгеләр тормошон ҡыҙыҡлы һәм зауыҡлы итеү хаҡында фекер алышасаҡ.






