Өфөлә Еңел сәнәғәт форумы барышында Республика Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй сифат системаһы” ойошмаһы етәксеһе Максим Протасов менән осрашты. Унда хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм хәләл тауарҙы тикшереү эшен ойоштороу буйынса фекер алышыу булды. Беҙҙең республикала илдә тәүге шундай үҙәк асылды. Халыҡ-ара эксперттар сифат билдәһенә ыңғай баһаһын бирҙе. Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Роскачество” ойошмаһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Максим Протасов әйтеүенсә, республика сифат өлкәһендә башҡа төбәктәр өсөн өлгө булып тора.
Еңел сәнәғәт форумы Башҡортостан күргәҙмәләр үҙәгендә бөгөн дә дауам итә.







