Луганск ҡалаһында Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан һәм Луганск бүлексәләре араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Республика исеменән тележурналист, Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы Гүзәл Хәмитова сығыш яһаны. Ул Луганскиҙа яңы асылған Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенә китаптар, күргәҙмә өсөн экспонаттар, Башҡортостандағы Асҡын боҙ мәмерйәһе һүрәттәре төшөрөлгән сувенирҙар тапшырҙы. Ике туғандаш республиканың дуҫлығы төбәктәрҙең уникаль тарихи үткәне, тәбиғи һәм мәҙәни байлығы мираҫын өйрәнеү өсөн үҙенсәлекле майҙан булып торасаҡ.






