Өфөлә сираттағы мобилизациаланыусылар һәм башҡорт батальондары яугирҙары алғы һыҙыҡҡа юлланды. Алда уларҙы ике көнлөк юл көтә. Хәрбиҙәрҙе яу биләмәһенә тиклем алып барыу өсөн республика тарафынан транспорт бүленгән. Яугирҙарҙы «Өфө-арена» майҙанынан уларҙың яҡындары, дуҫтары оҙатты.
Ир-егеттәрҙе махсус хәрби операцияға оҙатыу сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты. Дәүләт эшмәкәре яугирҙарға Башҡортостан башлығы сәләмен еткереп, Ватан алдында бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен теләне. Ирек Сәғитов белдереүенсә, һалдаттарҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтелеп тора, уларҙың мәсьәләләре тиҙ арала хәл ителә. Ошо көндәрҙә республика вәкилдәре Донбасҡа йәнә гуманитар ылау әҙерләй.






