Константин Толкачев Рудольф Нуриевтың исеменә бысраҡ яғыуға йүнәлтелгән башланғысты тәнҡитләне

Башҡортостан парламенты рәйесе Рудольф Нуриевтың исеменә бысраҡ яғыуға йүнәлтелгән башланғысты тәнҡитләне. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышы үтә. Константин Толкачев “КПРФ” фракцияһы етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин тәҡдим иткән мәсьәләне көн тәртибенән төшөрөп ҡалдырырға тәҡдим итте.

Коммунистар партияһы депутаты Рудольф Нуриевты һатлыҡйән тип атай, уның исемен бысрата. “Әхлаҡи ҡиммәттәр өсөн көрәш махсус хәрби операция биләмәһендә бара. Хәрби комиссариаттар асыҡ. Доброволецтар даими алына. Үҙ һүҙен әйтергә теләгәндәрҙең мөмкинлеге бар. Коммунистар партияһынан берәү ҙә алғы һыҙыҡҡа барманы. “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенән ирекмәндәр бар. Рудольф Нуриевтың исеменә бысраҡ яғыу өсөн күп батырлыҡ кәрәкмәй”, - тине республика парламенты спикеры.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ