Арғаяш районы Ҡолой ауылында милли көрәш буйынса ярыш үтте

Асыҡ турнир Харис Йосоповтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Харис Монасип улы Көньяҡ Уралда дзюдоға нигеҙ һалыусы, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры.

Үҙ көсөн һанарға Силәбе өлкәһе төбәктәренән, шулай уҡ Баймаҡ, Мәләүез һәм Салауат райондарынан командалар килде. Спортсылар 12 ауырлыҡ категорияһында һәм ике йәш төркөмөндә көслөләрҙе асыҡланы. Дөйөм команда беренселегендә - Пласт ҡалаһы көрәшселәре еңеүсе булды. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Арғаяш һәм Мәләүез спортсылары бүлеште Харис Йосопов иҫтәлегенә киләһе турнир уның тыуған яғы Салауат районында үтәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ