Баймаҡ халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам итә

Алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн кипкән ҡорот, үлән сәйҙәре, төрлө емеш ҡаҡтары туплана. Мәҫәлән, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы коллективы борщ консерваһы әҙерләй, һалма ҡырҡа. Ярат урта мәктәбендә маскировка селтәрҙәрен үреү ойошторолған. Ябай халыҡ, педагогтар һәм уҡыусыларҙың берҙәм көсө менән яҡташтарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән япма әҙерләнә. Махсус схема буйынса эшләнгән селтәрҙе дошман тепловизорҙары ла күрмәй. Ауыл мәктәбе директоры Миләүшә Юлдашбаева:

Баймаҡ халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам итә

“Махсус хәрби операцияла күптәрҙең яҡындары, туғандары, ауылдаштары ҡатнаша. Халыҡ һалдаттарға ихлас ярҙам итә. Олоһо ла, кесеһе лә еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша”, - ти Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов.

Баймаҡ халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам итә

Баймаҡтар тупланған кәрәк-яраҡтарҙы һәм күстәнәстәрҙе сираттағы гуманитар ылау менән яугирҙәргә оҙатырға ниәтләй. Ноябрҙә республиканан 100-сө конвой ебәреү ҡарала.

Фото №1 - Баймаҡ халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ