3 ноябрҙән 8-енә тиклем 8-се "Бөтә Рәсәй мәғариф акцияһы" уҙғарыла. Уның маҡсаты халыҡ иғтибарын тарих, мәҙәниәт һәм йолаларҙы өйрәнеүгә йәлеп итеү. Бындай белем милләт-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итә, ти ойоштороусылар. Акцияла һәр кеше ҡатнаша ала. 16 йәшкә тиклемгеләр 20 һорауға яуап бирә. Өлкәнерәктәр өсөн 30 һорау әҙерләнгән. Һөҙөмтәләр декабрҙә Рәсәй Конституцияһы көнө алдынан иғлан ителә.







