Константин Толкачев Рудольф Нуриевтың исеменә бысраҡ яғыуға йүнәлтелгән башланғысты тәнҡитләне

Башҡортостан парламенты рәйесе Рудольф Нуриевтың исеменә бысраҡ яғыуға йүнәлтелгән башланғысты тәнҡитләне. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышы үтте. Константин Толкачев «КПРФ» фракцияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин тәҡдим иткән мәсьәләне көн тәртибенән төшөрөп ҡалдырырға тәҡдим итте. «Коммунистар партияһы» депутаты Рудольф Нуриевты «һатлыҡйән» тип атай. Шул уҡ ваҡытта Президиумда ултырыусы Вадим Старов - коммунистар партияһы ағзаһы, был мәсьәлә фракцияла күтәрелмәне тип белдерҙе.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышы мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙән башланды. Константин Толкачев исеменә килгән хатта «КПРФ» фракцияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин донъя балеты йондоҙо Рудольф Нуриевты «һатлыҡйән», «әхлаҡһыҙ шәхес» тип атай. Традицион ҡиммәттәр өҫтөнлөк иткән милли республикала уның исеме күтәрелергә тейеш түгел тигән фекерҙә депутат. Константин Толкачев был мәсьәләне ултырыштың көн тәртибенә индереүҙән баш тартты.

Коммунистар партияһы ағзаһы Вадим Старов был хәлгә аңлатма индерҙе. Ул фракция ултырышында Рудольф Нуриевтың шәхесенә ҡағылышлы мәсьәләне Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырыштың көн тәртибенә сығарыу тураһында килешеү булманы тип билдәләне. Депутат Юнир Ҡотлоғужин иһә был белдереү менән риза түгел.

«Рудольф Нуриевтың исеменә бысраҡ яғыу өсөн күп батырлыҡ кәрәкмәй”, - тине республика парламенты спикеры. Сәнғәт һәм балет сәйәсәттән ситтә тора, Рудольф Нуриев яулаған үрҙәр уның намыҫлы тырышлығы һәм һәләте һөҙөмтәһе тигән фекерҙә йәмәғәтселек.

«Кпрф» партияһы етәксеһе хатында Нуриев Ватанға хыянаты өсөн илдән ҡыуылған тип белдерә. Рудольф Нуриев 1961 йылдан Парижда йәшәй һәм шунда ерләнә. Әммә артистың яҡындары күп йылдар тыуған иленән ситтә йәшәүенә ҡарамаҫтан бейеүсе Советтар союзына ҡарата бер ҡасан да тәнҡит һүҙҙәрен яңғыратманы тип билдәләй.

Ил өсөн еңел булмаған мәлдә, көнбайыштың беҙҙең мәҙәниәтте бөтөрөүгә ынтылыштар яһалған осорҙа донъя кимәлендә танылыу яулаған мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең ҡаҙаныштарын юҡҡа сығарыу урынлы түгел. Халыҡтың берләшеүе мөһим. Йәмғиәттә традицион ҡиммәттәрҙе нығытыу өсөн көрәше көнүҙәк талап. Әммә был көрәштә ел тирмәндәре менән түгел, ә ысын дошмандар менән көрәшеү кәрәк кәрәк тигән фекерҙә бейеүсенең замандаштары. «КПРФ» фракцияһы иһә тағы бер ултырыш үткәрергә ҡарар итте, фирҡә ағзалары көн тәртибенә ҡағылышлы берҙәм фекергә килеүе ихтимал.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ