Әле объектта төҙөлөш эштәре тамамланыу алдында . Мәғлүм булыуынса, күпер сентябрҙә сафҡа индерелергә тейеш ине. Әммә материал менән тотҡарлыҡтар арҡаһында эш туҡтап ҡалды. Был хаҡта Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов белдерҙе. Танып йылғаһы аша һалынған объект Өфөнө республиканың төньяғы менән бәйләй, быйыл йәй ул авария хәлендә тип табылды. Фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында белгестәр транспорт хәрәкәтен ябырға мәжбүр булды. Ә эргәлә ваҡытлыса яңы күпер төҙөлә башланы. Эш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов танышты.
Көн һыуытыуға ҡарамаҫтан Танып йылғаһы буйында бер минут та эш туҡтамай. Ваҡытлыса күперҙе ҡороу тулыһынса тамамланған, хеҙмәткәрҙәр плитәләрҙе нығытыу менән мәшғүл. Әле объектта 4 кеше эшләй. Шуларҙың береһе Азамат Хаматов Себер тарафтарында бил бөккән. Күпер төҙөлә башлау менән иретеп-йәбештереүсе вахтаны баҡса артындағы эшкә алмаштырған.
Төҙөлөштә төп эштәр сентябрҙә генә башлана. Һанаулы ғына ваҡыт эсендә подрядсы ойошма терәүҙәр ҡороп, уның өҫтөнән плитәләр һала. Торбалар һәм техника менән бер аҙ ҡатмарлыҡтар тыуһа ла, бөгөн төҙөүселәр бар эштәрҙе лә теүәлләнгән тиерлек. Объектты сафҡа индереү өсөн ер эштәре ҡалып килә.
Яңы объект төҙөүгә быйыл июндә иҫке күперҙең сафтан сығыуы сәбәпсе була. Бында асфальт емерелә һәм урҙаларҙың береһендә ярыҡ барлыҡҡа килә. Ҡоролманың аҫҡы яғында ла емереклек эҙҙәре күренә. Экспертиза һөҙөмтәләре ҡоролманы авария хәлендә тип таный. Шуға ла белгестәр транспорт хәрәкәтен туҡтатырға ҡарар итә.
Халыҡты борсоған күпер мәсьәләһен Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләрҙең береһендә Радий Хәбиров күтәрҙе. Төбәк башлығы транспорт министрлығына проблеманы махсус контролгә алырға ҡуша.
Борайҙағы күпер өсөн тимер конструкциялар Өфөләге цехтарҙың береһендә етештерелгән. Йәмғиәт етәкселеге башҡарылған эштең сифатына һәм тиҙлеккә ҙур иғтибар бүлә. Заказдар күп, шуға ла хеҙмәткәрҙәр даими талап ителә.
Авария хәлендәге күперҙе реконструкциялауға килгәндә, быйыл проект-эҙләнеү эштәренә тотоноу күҙаллана. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн бер йыл самаһы ваҡыт талап ителә. Һуңынан төҙөлөш-монтаж эштәре башлана. Белгестәр иҫәпләүенсә, бының өсөн кәмендә ике йыл самаһы ваҡыт кәрәк. Ә инде ваҡытлыса күпер яҡын көндәрҙә сафҡа инер төп көтөлә.
Илдар Байбулатов






