Сараны рәсми асыу Колоннолар залында үтте. Форум сиктәрендә баш ҡаланың бер нисә уҡыу йортонда түңәрәк өҫтәлдәр үтте. Ошо һәм башҡа ваҡиғалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 2-се «СМАРТ» республика полилингваль күп профилле гимназияһында тәнәфескә ҡыңғырауҙың ҡурай моңонда яңғырауы бер, ә коридорҙағы бындай уйындар икенсе яңылыҡ. Уҡыусыларҙың уйын ҡомарын түгел, белем кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән. Белем усағының башҡа мөмкинлектәре менән бөгөн полилингваль мәғариф буйынса Халыҡ-ара форум ҡатнашыусылары яҡындан танышты.
Ошо маҡсатта бөгөн Өфө Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙең 12 төбәгенән 250-ләп ҡатнашыусы бергә йыйылды. Ул халыҡ-ара бәйләнештәрҙе тағы ла яйға һалыу, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бөгөн республика мәғариф системаһында 13 туған телде өйрәнеү ойошторолған, уҡытыу 6 телдә алып барыла, шулай уҡ 15 милли йәкшәмбе мәктәбе эшләй, уларҙа 6 меңдән ашыу бала белем ала.
2-се «СМАРТ» республика полилингваль күп профилле гимназияла тәүге көндәрҙән үк балалар башҡорт, рус һәм инглиз телдәре уҡытыла. Айырым лингвистик кластарҙа француз һәм немец телдәре өйрәнелә. Медицина класында латинса уҡыу-уҡытыуға ла сәғәт бүленгән. Әйткәндәй, быйыл 7 мең ярым уҡыусы яңы уҡыу йылын заманса ошондай полилингваль мәктәптә ҡаршыланы. Улар Учалы, Сибай ҡалалары, Аҡьяр һәм Мишкә ауылдарында эш башланы. Киләсәктә мәғариф системаһындағы яңылыҡ республиканың башҡа төбәктәрен дә иңләр тип көтөлә.
Полилингваль дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡырға теләүселәр йыл һайын арта. Сөнки заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, күп функциялы коворкинг киңлектәр бөгөнгө көн талабы, бында үҫеү, ижад итеү өсөн шарттар булдырылған.
Азат Ғәлиуллин



