Ҡырмыҫҡалы икмәк бешереү комбинаты ҡулланыусылар кооперативы сиктәрендә алдынғылар исемлегендә

Башҡортостан ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ярты йыл эсендә 3 миллиард һумдан ашыу килем алған. Башлыса ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, сауҙа тармағында эшләгән кооперативтарҙы эшмәкәрлеген киңәйтеү өсөн республикала субсидиялар һәм башҡа дәүләт ярҙамы ҡаралған. Ҡырмыҫҡалы икмәк бешереү комбинаты ҡулланыусылар кооперативы сиктәрендә алдынғы күрһәткестәргә ирешкән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ҡабарып, мейестә яңы бешкән икмәктең хуш еҫе шунда уҡ тарала. Гүзәл заттар меңдәрсә килограмм он, ҡомалаҡ һалып бешерелгән икмәкте эҫе килеш үк сауҙа нөктәләрәенә оҙата. Ҡулланыусылар яратып ашаған ризыҡты әҙерләүсе ҡатын-ҡыҙҙар тәмле икмәктең рецепты менән бүлеште.

Комбинатта бешерелгән аҙыҡ-түлек Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларына, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Шишмә, Ғафури райондарындағы сауҙа нөктәләренә ебәрелә.

Ҡырмыҫҡалы районы ҡулланыусылар йәмғиәте эшмәкәрлеге 60 йыл элек ойошторолған. Һуңғы йылдарҙа предприятие ҡеүәте һәм етештерелгән продукция күләме бер нисә тапҡыр артҡан. «Башпотребсоюз» сиктәрендә комбинатты киңәйтеү өсөн шарттар булдырылған.

Республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы 120 кооператив ойошманы берләштерә. Күбеһенсә улар йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә продукция етештереү эшмәкәрлеге алып бара.

Быйылғы һөҙөмтәләр буйынса Баҡалы, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы райондары ҡулланыусылары йәмғиәттәрендә хужалыҡ эшмәкәрлеге буйынса алдынғы күрһәткестәргә өлгәшелгән. Дөйөм һөҙөмтәләргә килгәндә, Башҡортостан ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ярты йыл эсендә 3 миллиард һумдан ашыу килем алған. Өс мең хеҙмәткәрҙе берләштергән 118 кооператив эшмәкәрлеген артабан да киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ