Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальонға хәрби байраҡ тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы Түбәнге Новгород өлкәһендә яугирҙәр менән осрашты. Бында Рәсәй милли гвардияһы доброволецтары хәрби әҙерлек үтә. Радий Хәбиров махсус операцияға барырға теләк белдергән яҡташтарыбыҙға рәхмәт белдерҙе һәм уңыштар теләне.

Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальонға хәрби байраҡ тапшырҙы

         Радий Хәбиров Волга буйы округында Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең командующийы Сергей Просяникка яугирҙәрҙе әҙерләүҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Осрашыуҙа Башҡортостан батальондары дини әһелдәре имам Хәмзә хәҙрәт һәм протоиерей Виктор Иванов сығыш яһаны.

Фото №1 - Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальонға хәрби байраҡ тапшырҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ