Салауат районының Башҡорт Илсекәйе ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы»нда ҡатнашырға әҙерләнә. Социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлгән программала илсекйәҙәр бер нисә йыл рәттән ҡатнаша. Был юлы урындағы халыҡ клуб бинаһының тәҙрә-ишектәрен алмаштырыу инициативаһын күтәреп сыға.
Ауылда йәшәүселәр мәҙәниәт йортона саралар үткәреү өсөн генә йыйылмай, бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ылау туплана. Ҡатын-ҡыҙҙар һалма йәйеп, туҡмас ҡырҡа, ойоҡбаш бәйләй. Инициатив төркөм республика ҡаҙнаһы, район бюджеты һәм бағыусылар ярҙамында 9 тәҙрә һәм 13 ишекте алмаштырмаҡсы.






