Стәрлетамаҡ районында Ҡаһым түрә тарихи-этнография музейын йыһазландырыу эштәре дауам итә

Мәҙәни башланғыстар Президент фонды һәм Башҡортостан башлығы гранттары ярҙамында яңы экспозиция материалдары, мультимедия ҡорамалдары, мәғлүмәт стендтары алынған. Тәүмаҡсат - 1812 йылғы француз яуында Парижға тиклем барып еткән ҡаһарман яугир Ҡаһым Мырҙашев исемен мәңгеләштереп, үҫеп килгәндә тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Музейҙа улар өсөн уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу ҙа ҡаралған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ