Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында күренекле Дағстан шағиры Рәсүл Ғамзатовтың ижадына арналған конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Шағир, публицист, прозаик булараҡ танылған ҡәләм оҫтаһының тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған сарала төрлө жанрҙа йырлаусылар бүләкләнде. Студенттар һәм Дағстан республикаһынан килгән ҡунаҡтар Рәсүл Ғамзатовтың тормош юлына һәм ижадына байҡау яһаны, Башҡортостан менән йылы мөнәсәбәтен иҫкә алды.



