Өфөлә полилингваль мәғариф буйынса Халыҡ-ара форумдың пленар ултырышы үтте

«Торатау» Конгрес-Холл бинаһында дискуссия майҙансыҡтары сиктәрендә лингвомәҙәни һәм полилингваль белем биреү системаһын үҫтереү алымдары, ошондай белем усаҡтары өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ форум сиктәрендә уҡытыу-методик ҡулланмалар күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Республика етәксеһе башланғысы менән ойошторолған күләмле форум тураһында БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажында

Балалар баҡсалары өсөн эш дәфтәрҙәре өс диалектта яҙылған. Әбйәлил районы балалары өсөн кейеҙ баҫыу серҙәре яҙылһа, Стәрлебаш районы өсөн тәғәйенләнгән уҡыу әсбабында шәл бәйләү оҫталығы һүрәтләнә.

Методик ҡулланма М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының уҡытыусылар төркөмө тарафынан әҙерләнгән.

Ошондай методик ҡулланмалар әсә теленә һөйөүҙе балалар баҡсаһынан тәрбиәләргә ярҙам итә. Ул тәрбиәселәр фекеренә таянып төҙөлгән. Форумда ҡатнашыусы уҡытыусылар һәм мәктәпкәсә белем биреү системаһы белгестәренең теләге бер - заман шарттарында телде һаҡлау, уны өйрәнеү, киләсәк быуынға еткереү. Ошо маҡсатта Сибай ҡалаһында быйыл күп профилле полилингваль гимназия-интернат асылған.

Һәр төбәк үҙенең уңышлы эш алымдары менән пленар ултырышта бүлеште. Әйткәндәй, полилингваль мәғариф буйынса Халыҡ-ара форум быйыл беренсе тапҡыр Башҡортостан ерлегендә үтә. Республика етәксеһе башланғысы менән ойошторолған фекер алышыу майҙанына Рәсәйҙең 12 төбәгенән һәм Ҡаҙағстандан тел белгестәре, мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Пленар ултырышты республика башлығы асты.

Алтай республикаһында тыуған телде өйрәнеү башланғыс кластарҙа ғына ойошторолған. Улар Башҡортостан мәктәптәре тәжрибәһен үҙ төбәгендә ҡулланырға ниәтләй.

Бөгөн республика мәғариф системаһында уҡытыу 6 телдә алып барыла.Шулай уҡ 15 милли йәкшәмбе мәктәбе эшләй, уларҙа 6 меңдән ашыу бала белем ала. Телгә һөйөү тәрбиәләү тәү сиратта уҡытыусы иңенә ята. Форум сиктәрендә лайыҡлы хеҙмәте өсөн мәғариф хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды.

Нефтекама ҡалаһында татар полилингваль мәктәбе уңышлы эшләй. 1 сентябрҙә Мишкә районында марый полилингваль мәктәбе асылды. Тиҙҙән Бишбүләк районында сыуаш һәм Тәтешле районында удмурт телендә уҡытыу менән полилингваль мәктәптәр асыу күҙаллана. Был республикабыҙҙа Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә етди иғтибар бүленә тигән һүҙ.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ