Башҡортостанда законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү тамамланыу алдында

Сүплек урынына йәшел баҫыу. Башҡортостанда законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү тамамланыу алдында. Эш барышы менән Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы бүлек етәксеһе Роман Мальцев һәм Рәсәй экологик йәмғиәте рәйесе Рәшит Исмаилов танышты. «Таҙа ил» федераль проектының үтәлеше тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Төбәктең иң ҙур законһыҙ сүплеге Стәрлетамаҡта урынлашҡан. «Таҙа ил» федераль проекты буйынса эш башланғанға тиклем биләмәлә ҡош өйөрҙәре генә түгел, сүп-сар тауҙарынан төрлө ҡалдыҡтар оса. Хәл танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. 250 мең тонна ҡалдыҡ йыйылған сүплекте күмеү ике этапта башҡарылған. Әле объект 91 процентҡа әҙер. Эш барышы менән Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы департаменты етәксеһе танышты.

Ныҡлы ышаныс менән барлыҡ төбәктәр ҙә тырыша, тип әйтергә мөмкин. Сөнки был проект Ил президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ғәмәлгә ашырыла. Хаталанырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Стәрлетамаҡҡа килгәндә иһә, объектта эш тамамланғандан һуң тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһау мөмкинлеген баһалау өсөн мониторинг үткәреләсәк. Уның һөҙөмтәләре менән теләгән һәр кем таныша ала.

Роман Мальцев, Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының тирә яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлек өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры

Объектты 15 ноябргә тапшырыу күҙаллана. Йәйгеһен элекке сүплек йәшел яланға әйләнер, тигән өмөттә урындағылар. Хакимиәт вәкилдәренә был биләмәне киләсәктә ниндәй маҡсаттарҙа ҡулланылыуын билдәләргә кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡтан йыйылған сүп-сар хәҙер икенсе урындарға ташыла.

Федераль белгестәр Күмертау ҡалаһындағы полигонда ла булды. Уны юҡҡа сығарыу графиктан алда бара. Сүплек 12,6 гектар биләмәлә урынлашҡан, ҡалдыҡтар күләме 850 мең кубометр тип баһаланған. Объектты киләһе йылдың 30 апреленә ҡарай тапшырыу күҙаллана.

60 мең ҡала халҡы өсөн экологик хәл яҡшырасаҡ. Башҡортостанда «Экология» милли проектының нисек тормошҡа ашырылыуын асыҡ күрәбеҙ. Республиканың идара итеү командаһы ошо һәм башҡа объекттар мәсьәләһен яҡшы хәл итте, тип иҫәпләйем. Күмертауҙа төбәктең, муниципалитеттың һәм подрядсының сифатлы эшен күрәм.

Рәшит Исмаилов, Рәсәйҙең экология йәмғиәте рәйесе

Башҡортостанда «Таҙа ил» федераль проекты сиктәрендә рөхсәт ителмәгән алты сүплек юҡҡа сығарыла. Улар Стәрлетамаҡ һәм Күмертауҙан тыш, Благовещен, Дәүләкән, Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында урынлашҡан.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ