Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Баймаҡ районында алдынғы игенселәр, малсылар һәм механизаторҙар тәбрикләнде. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә быйылғы ҡоролоҡ шарттарында етештерелгән аҙыҡ-түлек күләмен кәметеүгә юл ҡуйылмаған.
Йыл һайын Баймаҡ районыныда урып-йыйыу, мал аҙығы әҙерләү, ер эшкәртеү кампанияларына йомғаҡ яһау йолаһы бар. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнеп, һөнәре буйынса иң яҡшыларына, район һәм республика наградалары тапшырыла. Быйыл данлыҡлы агроном Юрий Моряков исемендәге күсмә кубок һәм премияға иген культураларынан юғары уңыш үҫтереп алғаны өсөн “Ҡолмөхәмәтова” крәҫтиән фермер хужалығы лайыҡ булды.
Ауыл хужалығы тармағында ял юҡ. Ер эшен яратҡан, уңғандар ғына был һөнәргә тоғро ҡала. Илшат Ҡоҙабаев 20 йылдан ашыу руль артында, тәжрибәле хеҙмәткәр бөгөнгө көндә Рәсүлев хужалында механизатор булып эшләй. Быйыл уның һөҙөмтәле хеҙмәте юғары баһаланды.
Быйыл йәй башында ҡаты һыуыҡтар булыуы, урып-йыйыу эштәре осоронда оҙайлы ямғырҙар яуыуы ашлыҡтың сифатына һәм күләменә кире йоғонто яһаны. Әммә үҫемлекселек тармағында шөғөлләнгән крәҫтиән фермер хужалыҡтары уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыуға бар көсөн һалған. Быйыл иген культураларының тулайым йыйымы 159 мең тонна тәшкил итте, уңыш гектарынан 21 центнер булды. Баймаҡ районы һөҙөмтәләр буйынса Республикала буйынса икенсе урында.
Раушания Рәхимова






