Билдәле тел белгесе, филология фәндәре докторы, профессор Юлай Псәнчингә - 60 йәш. Ғалимды бөгөн Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙған осрашыуҙа хеҙмәттәштәре юбилейы менән ҡотланы.
Юлай Псәнчин - билдәле ғилми династия вәкиле. Белгестең фәнни эшмәкәрлеге лексика, стилистика, башҡорт телен уҡытыу методикаһы темаларына арналған. Ул 3 монография, йөҙләгән фәнни мәҡәлә, мәктәптәр өсөн дәреслектәр, мәғариф учреждениелары өсөн программалар авторы. Уның 5-се, 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән «Әсә теле» дәреслектәре федераль кимәлдә юғары баһаланған. Әсбаптар Силәбе, Һамар, Ырымбур һам башҡа милләтәштәребеҙ йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙа файҙалана. Осрашыу барышында Юлай Псәнчингә уҡытыу методикаһында юғары ҡаҙаныштары өсөн Сыуашстан республикаһы наградаһы тапшырылды. Әле лә тел белгесе фәнни эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә: алдағы йылдарҙа тағы ла 3 монография сығармаҡсы.



