Сарматтар алтыны баш ҡалаға ҡайтты

Һуңғы ярты йылда уникаль күргәҙмә Мәскәүҙә Александр Пушкин исемендәге музейҙа ҡуйылғайны. Бөгөн Археология һәм этнография музейында асылған экспозиция яңы форматта тәҡдим ителде.

Быға тиклем фондта һаҡланған ҡайһы бер экспонаттар баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары иғтибарына сығарылды. Музейға килеүселәр алтын болан һындары, башҡа уникаль экспонаттар менән таныша, хатта берәүһен тотоп ҡарай ала. Тактиль һын тәүгә ҡуйылған. Күргәҙмә эш көндәрендә иртәнге сәғәт ундан киске алтыға тиклем эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ