Өфөнөң «Ижад» күргәҙмәләр залында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әнүәр Кашаевтың шәхси күргәҙмәһе асылды. Талант эйәһе ижадташ дуҫтары һәм сәнғәт һөйөүселәр иғтибарына билдәле әҫәрҙәре менән бер рәттән, быға тиклем киң аудиторияға сығарылмаған эштәрен дә тәҡдим итте. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Гөлдәриә Йосопова дауам итә.
Билдәле рәссам Әнүәр Кашаевтың әҫәрҙәре уның бала сағынан уҡ күңеленә һеңгән рухи ҡиммәттәр тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙарға ҡоролған. Күп осраҡта рәссамдың тәбиғәттән бирелгән эске тыйнаҡлығы сағыу буяуҙарҙы ла үҙ итмәй. Әммә тап ошо һыҙаты рәссам картиналарына тормошсанлыҡ бирә.
Яңы экспозицияла авторҙың Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы фондында һәм шәхси коллекцияһында һаҡланған әҫәрҙәре урын алған. Ретроспектив күргәҙмә концепцияһы сәнғәт һөйөүселәр һәм авторҙың үҙенә лә ижадына йылдар аша ҡараш ташлау мөмкинлеге бирә.
Бәләкәй генә ауыл өйҙәре, урман-ҡырҙар, уйсан әсә, тәҙрә аша һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә күренгән тулған ай... Бала сағынан таныш күренештәрҙе автор ваҡыт үлсәме менән сикләнмәгән мәңгелек образдар кимәленә күтәрә. Федоровка районы Аҡбулат ауылында тыуып үҫкән рәссамдың ижади табыштары яҡташтары күңеленә лә ауаздаш.
«Ижад» галереяһындағы экспозиция Әнүәр Кашаевтың юбилей алды күргәҙмәһе лә. Киләһе йыл мартта ҡылҡәләм оҫтаһы үҙенең 75 йәшен билдәләргә йыйына. Күргәҙмә 19 ноябргә тиклем дауам итә.
Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әнүәр Кашаевтың илһам сығанаҡтары тәү сиратта тыуған ерендә. Уның йәшерәк саҡта ижад ителгән картиналарының береһе осраҡлы ғына «Ҡайтыу» тип аталмаған. Инде тормош мәғәнәһен тәрән аңлаған рәссам әле булһа һәр әҫәрендә асылына ҡайтырға ынтыла.
Гөлдәриә Йосопова



