Халыҡ был датаны ябайыраҡ - “Автомобилселәр көнө” тип йөрөтә. Иҫтәлекле көн булараҡ ул 1996 йылда ҡабул ителде һәм октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә үткәрелә. Был датаны профессиональ водителдәр генә түгел, ә руль артындағы һәр кем билдәләй. Республикала 1 миллион 600 мең автомобиль иҫәпләнә, һәр өсөнсө кеше машина йөрөтә. Башҡортостанда автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты тармағында меңдәрсә кеше эшләй. Нефтекамала “НефАЗ” һәм Бәләбәйҙә запас частар етештергән “БелЗАН” заводтарын, “Башавтотранс” компанияһын атап үтергә мөмкин.








