Туберкулезға ҡаршы диспансерҙа ойошманың 100 йыллыҡ юбилейы ла билдәләнде. Белгестәр туберкулезға ҡаршы ярҙам күрһәтеүҙең яңы ысулдарын тикшерҙе, тәжрибә уртаҡлашты. Башҡортостандағы туберкулезға ҡаршы диспансер Волга буйы федераль округында иң ҙуры. Бында ҡатмарлы сир менән көрәштә заманса технологиялар әүҙем индерелә. Ҡунаҡтарға операция блогы, хирургия һәм реанимация бүлектәре буйлап экскурсия үткәрелде.



