Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәре араһында мини-футбол буйынса ярыш уҙҙы.

Йыл һайын ойошторолған турнир билдәле профессор, хирургтар мәктәбенә нигеҙ һалыусы Ирек Сафин иҫтәлегенә арналған. Футбол майҙанында бөтөнләй профессиональ булмаған уйынсылар. Улар - үтә яуаплы, әммә иң миһырбанлы һәм кәрәкле һөнәр эйәләре.

Медицина хеҙмәткәрҙәре араһында мини-футбол буйынса ярыш 2000-се йылдар башынан даими үткәрелә. Пандемия осоронда ғына ваҡытлыса туҡтап тора. Алдағы йылдарҙағы кеүек быйыл да ҡатнашыусыларҙың географияһы киң. Республика табиптары менән бер рәттән, төп приз өсөн Һамар һәм Ҡазан дауаханалары ла көрәш алып бара. Командалар өсөн бер генә талап - 35 йәште уҙған табиптар ғына уйнарға тейеш.

Традицион турнир медицина хеҙмәткәрҙәренең берҙәмлеген күрһәтте. Икенсенән, сәләмәт йәшәү рәүеше. Табиптар үҙ миҫалында физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүҙең мөһимлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Уйындарға килгәндә, уларҙың һәр береһе көсөргәнешле үтте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, коллектив һөҙөмтәгә өлгәшеү, һис шикһеҙ, сәләмәтлек һағында тороусыларҙың команда рухын да нығытты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ