Был һөнәрҙе ҡыйыу, иғтибарлы, көслө кешеләр һайлай. Райондың белем усаҡтарында 29 водитель эшләй, Беренсе Төркмән ауылының мәктәп автобустарын йөрөтөүселәре менән БЮТ ижади төрөкөмө осрашты.
Беренсе Төркмән мәктәбенә Басай, Иҫәнбәт, Әхмәр ауылынан уҡыусылар йөрөп уҡый. Балаларҙы мәктәпкә алып барып ҡайтыу - мәктәп водителдәре Әҡсән Халиҡов һәм Дамир Мәтинов иңендә. Улар вазифаларына яуаплы ҡараған, үҙ эшенең оҫталары.
Әҡсән Халиҡов белем учреждениеһында 2007 йылдан эшләй. Техниканы яратҡан, бурыстарына тоғро, үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған тәжрибәле водитель былтыр мәғариф бүлегенән Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Мәктәп водителдәре тәү сиратта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлешенә һәр ваҡыт етди иғтибар бирергә бурыслы. Бының өсөн иһә, техниканың төҙөк булыуы шарт. Ысынлап та, мәктәп автобусы шоферҙары иңендә ҙур яуаплылыҡ ята.
Альбина Байегетова






