Хәйбулла районы Федоровка ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә милләттәр фестивале үтте. 6 ауылдан төрлө милләт вәкилдәре үҙенең мәҙәниәтен, аш-һыу өлгөләрен тәҡдим итте. Быйыл «Айыҡ ауыл» исеменә Хәйбулла районында 13 ауыл дәғүә итә. Конкурстың муниципаль этабын БЮТ хәбәрселәре лә күҙәтте.
Мәмбәт ауылы халҡы тамашасыларҙы сәхнәлә ҡаҙаҡ мәҙәниәте менән таныштыра. Легендаға ярашлы, барымта-ҡарымта заманында, башҡорттар ҡаҙаҡ далаларынан 14 йәшлек малайҙы алып ҡайта, уның тоҡомо Мәмбәт ауылында тарала. Күсмә халыҡтар булараҡ, ҡаҙаҡтарҙың күп йолалары башҡорттоҡона оҡшаш, тип иҫәпләй Мәмбәттәр.
Хәйбулла районында 20-гә яҡын милләт берҙәм, татыу ғаилә булып йәшәй. Өфө ауылы вәкилдәре татар халыҡ йолаларын күрһәтте. Һан яғынан күп булмаһалар ҙа, улар үҙҙәренең ғөрөф- ғәҙәттәренә, теленә тоғро ҡала.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында башҡорт, рус, татар, сыуаш, удмурт һәм ҡаҙаҡ халҡының йолалары күрһәтелде. Сарала һәр береһе үҙенең ризыҡтары һәм кейемдәре менән таныштырҙы. Пугачев ауылында күпләп йәшәгән сыуаштар семәрҙәре, ҡамыр ризыҡтары менән
Милләтеңдең тарихын, мәҙәниәтен белеү һәм өйрәнеү- һәр кешенең изге бурысы. Был тәңгәлдә «Айыҡ ауыл» сиктәрендә ойошторолған фестиваль милләттәр берҙәмлеген, дуҫлығын нығытыуға ҙур аҙым булып тора.






