Республикала быйыл төҙөкләндерелергә тейешле 206 «Башҡорт ихатаһының» барыһында ла эш тамамланған

Төбәктә «Башҡорт ихаталары» программаһының үтәлеше тураһында социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Республика етәксеһе билдәләүенсә,быйыл программаны финанслау 200 миллион һумға арттырылған һәм муниципалитеттар сығымдары менән бергә 1 миллиард 272 миллион һум тәшкил итә. Сумманың 12 миллион һумы фатир милекселәре аҡсаһы һәм был программала ҡатнашыу өсөн мөһим шарт булып тора.

«Быйыл төҙөкләндереү эштәре республиканың 30 муниципалитетында 246 күп фатирлы йортто үҙ эсенә алды, уларҙа 50 меңләп кеше йәшәй. Ихаталарҙа 4550 парковка урыны булдырылды, 152 балалар һәм спорт майҙансығы ҡоролдо, 84 ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары майҙаны барлыҡҡа килде. Киләһе йылға ла пландар бар. «Башҡорт ихаталары» - республикала йәшәүселәрҙә ҙур һорау менән файҙаланған программаларҙың береһе. Уны тормошҡа ашырыуҙы беҙ дауам итәсәкбеҙ.» тип белдергән Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ