Бөгөн иртә менән «Өфө-Арена» алдындағы майҙандан бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ватан һаҡсыларын Хәрби комиссариат, район хакимиәте вәкилдәре, ғаиләләре, туғандары оҙатырға килгәйне. Майҙанда дәүләт гимндары яңғырағандан һуң, ир-егеттәрҙе еңеүгә ҡеүәтләүсе һүҙҙәр яңғыраны. Республика хәрбиҙәргә һәм уларҙың яҡындарына оло терәк булыуы билдәләнде. Көтөп алынған ял - ике аҙналыҡ отпускыһын ҡаһарман яҡташтарыбыҙ файҙалы үткәрергә тырышҡан.






