Күптән түгел ойошма ағзалары хәрбиҙәр өсөн маскировка селтәрҙәре үрә башлаған. Отпуск ялына ҡайтҡан «Танк» ҡушаматлы яугирға һәр кем һорауын биреп ҡалырға тырыша. Маскировка селтәре үреүселәр яу яланынан ҡайтыусыла үҙенең улын, тормош иптәшен күрә.
Селтәрҙәр әҙерләүҙе быға тиклем хәрбиҙәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу менән шөғөлләнгән Айгөл Фәттәхова ойошторған. Башлыса пенсионерҙар, яҡындары хәрби биләмәлә булған ҡатындар ҡушылған.
Әлфиә Хәбибрахманованың улы хәрби биләмәлә. Күптән түгел ул Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.
Йыл миҙгелдәре алмашынған һайын маскировка селтәрҙәренең төҫө лә үҙгәрә. Ирекмәндәр әле кипкән үләнде хәтерләткән йүкә өҫтәп оро төҫтән үрә. Көнөнә икешәр тапҡыр килеп эшләп китеүсе ирекмәндәр ҙә бар. Был хәрәкәткә ҡушылыусылар һаны арта сөнки теләк бер.
Рәмилә Исмәғилева






