Баш ҡалала экологик акция ойошторолдо

Өфөлә «Беренселәр» хәрәкәте ағзалары «Башнефть» компанияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ылыҫлы һәм емеш ағастары ултыртты.

Рәсәй йәштәре һәм үҫмерҙәренең «Беренселәр» хәрәкәте Башҡортостанда 2022 йылдан эшләй. Ойошма тиҫтәнән ашыу социаль проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Хәрәкәт ағзалары тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән сараларға иғтибар бирә. Был тәңгәлдә «Планетаны һаҡлайыҡ» проекты айырым урын биләй. Әле беренселәр «Башнефть» компанияһы менән берлектә экологик акция ойошторҙо. Сәнәғәт предприятиеһының «Энергетик» саңғы-роллер трассаһы базаһында ағас ултыртылды.

Экологик акциялар йәш быуында тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләй, тирә-яҡ мөхиткә ҡарашты үҙгәртә. Сара уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү йәһәтенән дә әһәмиәтле. Шуға күрә «Башнефть» компанияһы балалар ҡатнашлығындағы экологик акцияларға ҙур теләк менән ҡушыла. Был беҙҙең «беренселәр» хәрәкәте менән ойошторолған тәүге күләмле сара.

Илдар Ғәйнетдинов, «Башнефть» компанияһының хеҙмәтте һаҡлау бүлеге етәксеһе

Акцияла Өфөнөң Совет районынан ике мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Балалар экологик сараға ҡыуанып килгән.

Беҙ тәбиғәттең киләсәген хәстәрләргә тейешбеҙ. Үҙем экологик сарала тәүгә ҡатнашам, киләсәктә лә ситтә ҡалмаҫмын тип уйлайым)

Станислав Әхмәҙуллин, Өфөнөң И. Хатунцев исемендәге 8-се мәктәбе уҡыусыһы

Төрлө ағастар ултырттыҡ. Улар ергә берегеп үҫеп китерҙәр һәм тирә-йүнде йәмләр тип ышанам.

Сафия Хафизова, Өфөнөң И. Хатунцев исемендәге 8-се мәктәбе уҡыусыһы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ