«Атайсал» проектынан изге эш. Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында халыҡтың яратҡан ял урыны - «Һандуғас» шишмәһе төҙөкләндерелгән. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Хозур тәбиғәт ҡосағынан атылып сыҡҡан сылтыр шишмә һыуы бер-нисә быуын кешеләргә йәшәүгә көс һәм дәрт өҫтәй. Шишмәләрҙе ләм баҫмаһын, һаҙлыҡҡа әйләнмәһен өсөн уның эргә-тирәһен таҙартып, тәртиптә тотоу зарур. Иҫке Хәлилдә халыҡтың яратҡан ял итеү, килендәргә һыу юлын күрһәтеү урыны булған «Һандуғас» шишмәһен таҙартып, тирә-яғын тәртипкә килтереү тәҡдимен Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев индерә.
Иҫке Хәлилдә «Һандуғас» шишмәһе ай ярым эсендә тәртипкә килтерелгән. Төҙөлөш материалдарын: цемент, брусчатка, кәртәләр Фаил Рафаил улы ярҙамында һатып алынған. Ауылдың булдыҡлы уҙамандарын изге эшкә йәлеп итеүҙә Мәрфуға Шутова, Әлфирә Зарипова ярҙам ҡулы һуҙған. Шағирә Зөлфиә Ханнанова ла «Һандуғас» шимәһенән илһам алған. Ауылдаштарының изге ғәмәлен ул шиғри юлдар менән хупланы.
Шишмә һыуының химик составы ла махсус анализдар аша тикшерелгән. Һыуы шифалы. Зарарлы мәтдәләр, ауыр металдар асыҡланмаған. Шишмәләрҙе һаҡлап, таҙартып торғанда, һыуын самалап тотонғанда ғына улар юҡҡа сыҡмаясаҡ. Оҫта ҡуллы, хәстәрлекле ир-егеттәребеҙ ярҙамында шишмәләр ҙә көмөш кеүек сылтырап ағып, ауыл халҡын һәм туристарҙы, сарсаған юлаусыларҙы һалҡын һыуы менән һөйөндөрөр.
Гүзәл Борханова






