Улар фән, энергетика, эшҡыуарлыҡ, финанс өлкәһендә эшләгән һөнәр эйәләре. «Рәсәй лидерҙары» конкурсы быйыл бишенсе тапҡыр ойошторола. Был сара «Рәсәй-мөмкинлектәр иле» президент платформаһының төп проекты булып тора.
Конкурстың Волга буйы федераль округындағы төбәк этабы Түбәнге Новгород ҡалаһында үтте. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә 11 төбәктән идарасылар ҡатнашты. Еңеүселәр исемлегендә 46 кеше, һәр береһе үҙ һөнәренең оҫтаһы. Был исемлектә Башҡортостандан 5 кеше бар. Улар киләһе йыл февралдә үтәсәк суперфиналда Республика данын яҡлай.






