Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары яңы быуын двигателдәр уйлап тапҡан

Заманса ҡоролмалар осоу аппараттары өсөн тәғәйенләнгән, бындай камиллаштырылған двигателдәр илдең башҡа бер төбәгендә лә юҡ. Әле ҡоролманы һынау менән шөғөлләнгән йәш уйлап табыусылар киләсәктә сит ил двигателдәрен алмаштырыу маҡсатын ҡуйған. Эш «Өҫтөнлөк-2023» федераль программаһы сиктәрендә алып барыла. Университет цехында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина булды.

Самолет двигателдәре башта компьютерҙа яһала. Дөрөҫөрәге, уның һанлы моделе. Заманы шулай. Ысын тормошта ярты йыл эшләнгән двигатель компьютерҙа 5 минутта эшләнә. Система 30 йыл элек ул саҡта баш ҡаланың Авиация университеты белгестәре тарафынан яһалып, бөгөнгәсә файҙаланыла. Йылдан-йыл яңыртыла. Санкциялар барлыҡҡа килеү менән, Өфө ғалимдары технологияһын Рәсәйҙең икенсе төбәктәренә таратыу мөмкинлеге тыуҙы.

Беҙҙекенә оҡшаған бындай система илдә юҡ. Сит ил программаларынан да ҡалышмай. Шуға уны Рәсәйҙә таратырға ниәтләйбеҙ. Башта ул беҙҙең университет өсөн генә төҙөлгәйне. Уны авиация өсөн генә түгел, транспорт һәм башҡа тармаҡтарҙа ла ҡулланырға була.

Нияз Мусин, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты

Система ярҙамында Өфө фән һәм технологиялар аспиранттары өр-яңы быуын двигателдәре уйлап тапҡан. Элеккеләренән ул күпкә өҫтөн, сит ил ҡоролмаларынан ла уҙҙыра, бынан һуң, уларҙа ихтыяж юҡ. Әлеге ваҡытта йәш белгестәр уны һынау менән мәшғүл. Бер цилиндрлы двигатель төрлө яғыулыҡта эшләй. Ҡеүәте 160 ат көсөнә тиң.

Элеккеләре менән сағыштырғанда, беҙҙең двигателдәр ҡеүәтлерәк. Яғыулыҡты экономиялай. Башлыса еңел авиация өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙы пилотһыҙ осоу аппараттарында да файҙаланырға була.

Эмиль Хәлилов, Өфө фән һәм технологиялар университеты аспиранты

Двигателде һынау өсөн белгестәр заманса лазер файҙалана. Уның ярҙамында ҡоролманың эске төҙөлөшөн ҡарарға мөмкин. Әйтәйек, цилиндр эсендә яғыулыҡ тамсылары тиҙлеге, ҙурлығы буйынса уның төҙөклөгө тураһында һүҙ йөрөтөргә була. Бөтә процестарҙы ла камера теркәп бара. Лазер «Өҫтөнлөк-2023» федераль программаһы сиктәрендә һатып алынған. Ә яңы двигателдәргә килгәндә, һынауҙар һөҙөмтәле үтә. Уларҙы һатыу өсөн илдең төрлө предприятиелары менән хеҙмәттәшлек башланған да инде.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ