Бишбүләк районы Иттихат ауылы тарихында беренсе иман йорто файҙаланыуға тапшырылды

Мәсетле ауыл. Бишбүләк районы Иттихат ауылы тарихында беренсе иман йорто файҙаланыуға тапшырылды. Урындағы халыҡ көсө ярҙамында ул 5 ай эсендә сафҡа ингән. Ул быйыл төбәктә асылған дүртенсе мәсет. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

95 йыллыҡ тарихлы Иттихат ауылындағы тәүге аҙан. Изге саҡырыу тотош Бурлы Ҡаран йылға буйын яңғыратты. Мәсет асылыуы тураһында яңылыҡ тотош республика халҡын бергә йыйҙы. Иман йорто асылыуы хөрмәтенә Ҡөрьән Кәримдән аят-сүрәләр уҡыу Йәрмәкәй районы имам-хатибы Фидан Тимербаевҡа бирелде. Хәҙрәт артынан ауыл халҡы һәм ҡунаҡтары ла ҡабатланы.

Мәсет ҡыҫҡа ваҡыт эсендә - биш айҙа төҙөлә. Нигеҙ ташы быйыл майҙа һалынып, төҙөлөш октябрь аҙағында тамамлана. Иман йорто тик шәхси иғәнәләр иҫәбенә сафҡа инә. Тантаналы сарала проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан бер төркөм ауылдаштар тәбрикләнде. Кесе Ватанын ҡайғыртып ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа айырым билдәләнде.

Мәсеткә ауылдаштар бер һүҙҙән «Миңһылыу» исемен бирә. Ул Һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ҡаһарманы Минһылыу Миңлеғәле ҡыҙы Хөснөтдиноваға бәйле. Тормош иптәше менән ул ете балаға ғүмер биреп, барыһын да белемле, юғары вазифалы итеүгә ирешә. Ханым ауылдаштарына дини белем тәрбиәһе лә алып бара.

Мәсет ауыл үҙәгендә, элекке башланғыс мәктәп урынында урынлашҡан. Уның эргәһендә парк та шулай уҡ халыҡ көсө ярҙамында булдырылған. Киләсәктә бишбүләктәр иман йортоноң Ислам мәҙәниәте, йолалары һәм тәғлимәттәрен өйрәнерлек төплө нигеҙ булырына ышана.

Ауыл исеме тәрән мәғәнәгә эйә. Көстө, берҙәмлекте тойоп, киләсәктә ауылдың башҡа мөһим мәсьәләләрен хәл итергә ниәтләй ауыл халҡы.

Тантанала ҡатнашыусылар өсөн Иттихат ауылы тарихы яңы биттән асылды. Ул урындағы халыҡтың берҙәмлеген тағы ла нығытыуға этәргес бирер тигән өмөт уята.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ