Бөгөн иртән Нефтекама янында ике машина бәрелешкән. Автобус Краснокама районынан балаларҙы Өфөгә алып барған. Салондағы 10 баланың өсәүһе дауаханаға оҙатылған. Авария урынына икенсе автобус ебәрелгән. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса еңел машина ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм автобусҡа бәрелгән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Еңел автомобилдә булған 4 кеше шулай уҡ дауаханаға мөрәжәғәт иткән.




