Ижади бәйге быйыл Башҡортостандың халыҡ артисы, бөйөк йыраусы Абдулла Солтановтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды. Унда Республика район–ҡалаларынан һәм күрше өлкәләрҙән 100-ҙән ашыу үҙешмәкәр йырсы ҡатнашты. Конкурста беренсе урын яулаған Ейәнсура районынан Динислам Юлдыбаев тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
“Халҡыбыҙ тарихы мәшһүр йырҙарыбыҙҙа сағыла. Ул онотолмай, быуындан-быуынға тапшырыла килә”, ти Вафа Мәүлитов. Ул конкурста икенсе урынға лайыҡ булды.




