“Торатау” Конгресс-холында алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырыла. Ураҡта юғары һөҙөмтәгә ирешкән 30 механизатор “Нива-Лада” автомобиле менән бүләкләнә. Быйыл ауыл эшсәндәре 3 миллион 200 мең тонна иген йыйып алды. Шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу һәм көнбағыш урыу тамамланыу алдында. Вице-Премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.







