Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Ташҡын-Нефтекама юлында «Лада Ларгус»ҡа идара иткән 32 йәшлек ир ҡаршы һыҙатҡа сығып мәктәп автобусына бәрелгән.
Автобус салонында был мәлдә 10 бала һәм уларҙы оҙатып барыусы хеҙмәткәр булған. Балалар конкурсҡа китеп барған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә мәктәп автобусындағы 4 бала, еңел автомобиль водителе һәм уның өс пассажиры дауаханаға оҙатылған. «Лада Ларгус» йәйге тәгәрмәстәрҙә хәрәкәт итеүе билдәле. Осраҡ буйынса әле дәүләт автоинспекцияһы һәм прокуратура тикшереү уҙғара.



