Көндәр һалҡынайтыу менән янғындар арта. Йыл һайын ошо осорҙа янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәте халыҡ араһында аңлатыу эшен көсәйтә. Сираттағы иҫкәртеү рейды Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында үтте.
Сыңғыҙҙа барлығы 174 йорт иҫәпләнә. Уларҙың күбеһен оло йәштәгеләр тәшкил итә. Ауыл халҡы зәңгәр яғыулыҡ, мейес яҡҡанда ла хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә тырыша.
Бындай рейдтар районда йыш үткәрелеп тора. Сара барышында мейес һәм газ ҡорамалдары, электр селтәрҙәре һәм көнкүреш электр приборҙарын файҙаланыу хәүефһеҙлеге айырым иғтибарға алынды. Йорт хужаларына төп талаптар буйынса аңлатыу эше уҙғарылды, иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратылды.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һәр кем теүәл үтәргә бурыслы. Бәләгә тарыған осраҡта ваҡытында кәрәкле органдарҙы саҡыры белеү ҙә мөһим шарт.
Альбина Байегетова






