Өфөлә «Таҡыя» беренсе Халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалды

Подиумда - кескәйҙәр. Өфөлә «Таҡыя» беренсе Халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсына йомғаҡ яһалды. Бәйгегә Башҡортостандан тыш, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Саха-Яҡут, Мордва, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Белоруссия республикаларынан да ғаризалар ҡабул ителгәйне. Һайлап алыу этаптарынан һуң финалға 44 ҡатнашыусы сыҡты. Еңеүселәргә дипломдар тапшырылды. «Балалар милли кейеме - реконструкция» номинацияһында Гран-приға Салауат районынан Гөлдәр Шәбиеваның коллекцияһы лайыҡ булды. Уға 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.

«Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары бәйгеһе «Таҡыя» проектын башлап ебәреүгә төп этәргес булған. Конкурста балалар милли кейеменән тыш, биҙәүестәр, аксессуарҙарға реконструкция буйынса айырым номинация булдырылғайны. Шулай уҡ айырым авторҙар стилләштереп тегелгән яңы коллекцияларын да тәҡдим итте. Халыҡтар Берҙәмлеге көнө алдынан ойошторолған бәйге төрлө милләт халыҡтарын берләштергән байрамды хәтерләтте. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дипломдар менән бүләкләнде. Конкурстың «Таҡыя» тип аталыуы осраҡлы түгел.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ