"Беҙҙең Ильвер Ғиндуллин герой"

"Беҙҙең Ильвер Ғиндуллин герой"

Ҡариҙел районы Абдулла ауылында бағыр үрсетәләр. Ғиндуллиндар ғаиләһе 2016 йылдан башлап ошо эш менән шөғөлләнә. Балыҡтарҙы өҙлөкһөҙ һыу менән тәьмин итеү өсөн тау шишмәһе эргәһендә яһалма быуа ҡаҙылған. Грант ярҙамында фермер хужалығының матди-техник нигеҙе нығытылған. “Бағыр һалҡын һәм таҙа һыуҙа ғына йәшәй. Уларҙы үрсетә алырлыҡ урынды оҙаҡ эҙләнек”, - ти крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илвер Ғиндуллин.

"Беҙҙең Ильвер Ғиндуллин герой"

Ғиндуллиндар бағыр менән генә сикләнмәй, һаҙан һәм табан балыҡтарын да үрсетә. Хужалыҡ хеҙмәткәре Динар Зәйҙуллин.

"Беҙҙең Ильвер Ғиндуллин герой"

Хужалыҡ биләмәһендә иҫтәлекле урын да булдырылған. Быйыл сик буйы ғәскәрҙәренә бағышланған мемориаль комплекс асыла. Шулай уҡ  туристик база төҙөлә. Илвер Ғиндуллин махсус хәрби операция ветераны. Ул алғы һыҙыҡта штурмлаусы була. “Беҙҙең Ильвер Ватан һағында ла торҙо. Ул  герой. Уңғанлығы менән дә йәштәргә өлгө күрһәтә. Ауылдашыбыҙҙың фермер хужалығы тирә-яҡта дан тота”, - ти эшҡыуарҙың  яҡташтары. 

Фото №1 - "Беҙҙең Ильвер Ғиндуллин герой"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ