Алмас Сафин 1985 йылдың 4 октябрендә Әлшәй районы Раевка ауылында тыуа. Бала саҡтан хәрби булырға хыяллана.
2022 йылдың сентябрендә хәрби операция биләмәһенә юллана. Алмас Сафин етәкләгән парашют-десант взвод Кременная ҡалаһы янында була. Һалдаттарға оборона тороу һәм дошманды үткәрмәү бурысы ҡуйыла. 14 ғинуарҙа Украина Ҡораллы Көстәре Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә булған бөтә көстәрен ошо секторға ебәрә. Алмаз Сафин взводы дошманға ҡаршы аяуһыҙ көрәшә. Алыш барышында ҡаршы яҡтың 50-гә яҡын һалдаты юҡ ителә, танк һәм бронемашиналар сафтан сығарыла. Алдына ҡуйылған бурыстарҙы тулыһынса үтәгән старшина яу ваҡытында алған йәрәхәттәрҙән вафат була.
Батыр Шафран ауылында Һалдаттар зыяратында ерләнә.
“Алмас танк, хәрби машина һәм ҡорал рәсемдәрен төшөрә торғайны. Ул Тыуған ерен, иптәштәрен яратты. Гитара уйнап, йырлай башлаһа, бөтә кеше йотлоғоп тыңлай ине”, - ти геройҙың уҡытыусылары.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн старшина Алмаз Сафин, үлгәндән һуң, Рәсәй Геройы исеменә күрһәтелде.
Әлшәй район үҙәгендәге урамдарҙың береһе, шулай уҡ Раевкалағы 2-се мәктәпкә Рәсәй Геройының исеме бирелде. Бөйөк Еңеү көнөндә Алмас Сафинға бюст асылды. Скульптура Раевка ауылында “Ватан-Әсә” мемориалы янына ҡуйылған.
Алмас Сафинбеҙҙең герой. Батыр даны мәңгелек.







