Башҡортостанда проблемалы юлдар ремонтлана

Быйылға план 182 саҡрымлыҡ 57 объектты ремонтлау. Бәләбәй районында Глуховская - Знаменка һәм Ишембай районында 2,5 саҡрым оҙонлоҡтағы Тирмән-Йылға - Нефтсе совхозы юлы ремонтланды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был проблемалы участкаларға ремонт республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса эшләнә. Юлдарҙы тәртипкә килтереүҙе ноябрь аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.

Юл - йыр һымаҡ, ти тәжрибәле водитель Евгений Сотников. Элек был участканы ярты сәғәт тирәһе үтергә тура килһә, хәҙер көҙгө һымаҡ ялтырап ятҡан тигеҙ асфальт буйлап ун минут.

Утыҙ йыл тирәһе ремонт күрмәгәйне был юл. Бына исмаһам хәҙер рәхәтләнеп йөрөйбөҙ. Республика етәкселегенә рәхмәт.

Евгений Сотников, водитель

Маршрут автобустарына иһә ауылға етеү өсөн сәғәт ярым ваҡыт киткән. Знаменка ауылын Бәләбәй менән бәйләп тороусы юл участкаһының насар хәлдә булыуы тураһында урындағы халыҡ тейешле органдарға ялыу яҙған.

Глуховская - Знаменка участкаһында ремонт эштәре быйыл июлдә башланып сентябрҙә тамамланған. Юлды рәтләү яңы ысул ресайклинг менән башҡарылған. Был технология буйынса иҫке асфальт әрәм булмай, ул ваҡлап тәүге ҡатҡа түшәлә.

Ишембай районының Тирмән- Йылға - Нефтсе совхозы юлы ла ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яңыртылған.

Объектта эш сентябрь башында башланды. Аҙна ярым эсендә беҙ уны башҡарып та сыҡтыҡ.

Илсур Абдуллин, Стәрлетамаҡ юл ремонтлау - төҙөү идаралығы баш инженеры

Нефтсе совхозы менән Ишембай ҡалаһын тоташтырған ике саҡрым ярым юлдан күптәр көн һайын үтә.

Проблемалы юлдарҙы төҙөкләндереү Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башҡарыла. Төбәк етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына ремонтлайһы юл участкаларын алдан билдәләү кәрәклеген әйтте.

«Тауышлы» юлдарҙы ремонтлау программаһы быйыл тормошҡа ашырыла башланы. Ул артабан да эшләйәсәк, тимәк, күп йылдар ремонт күрмәгән юл участкаларына ла сират етәсәк. Был хаҡта белдерергә урындағы халыҡтың әүҙемлеге лә кәрәк.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ