Таланттың мең төҫө. Художестволы эшмәкәрлек буйынса Республика бәйгеһе баш ҡаланың «Атайсал» мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Хеҙмәт коллективтары араһында үткән ижади сара республиканың төрлө предприятиеларынан 150-нән ашыу хеҙмәткәрҙе берләштерҙе. Бәйге 3 этапта уҙған. Йәмғеһе конкурсҡа республиканың 17 районынан 50-нән ашыу заявка ҡабул ителгән, финалға уларҙың яртыһы ғына үткән. Баһалама комиссияһы йыр, бейеү, театр сәнғәте һәм башҡа номинацияларҙа иң яҡшы коллектив һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙы билдәләне.



