Бөгөн Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтә. “Торатау” Конгресс-холында бер төркөм замандаштарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырылды. Фәнит Сәлтәшев – Көйөргәҙе районы “Искра” хужалығы инженеры. Эш стажы 40 йылдан ашыу. Бөгөн уға “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. “Ауылды яратам. Ул беҙҙе эшле һәм ашлы итә”, - ти Фәнит Сәлтәшев.
Стәрлебаш районы “Урожай” йәмғиәте эшсәндәре иген үҫтерә, һөт һәм ит етештерә. Хужалыҡ етәксеһе Илдар Ғәскәров бөгөн Республика Башлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. “Халыҡ дәртләнеп эшләй. Үҫеш өсөн мөмкинлектәр арта”, - ти ул.
Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантананың төп өлөшө төштән һуң башлана. Ураҡ барышында фиҙаҡәрлек һәм оҫталыҡ күрһәткән механизаторҙарға “Лада Нива” автомобиле тапшырыла.







