Хәрби комиссариатҡа көн һайын 40-50 кеше мөрәжәғәт итә. Улар тәүҙә урындағы мобиль пунктҡа бара, медицина тикшеренеүе үтә. Һуңынан Өфөлә хеҙмәт килешеүе төҙөй. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән ир-егеттәр хәрби әҙерлек урынына оҙатыла. “60 йәшкә тиклемге ир-егегеттәр Ҡораллы көстәргә алына. Хәрби хеҙмәт үтмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белеме булғандар ҙа илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә хоҡуҡлы”, - тип белдерҙе Айҙар Ғәйетғәлин. Ул Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты инструкторы.







