Радий Хәбиров юл ремонты өсөн ҡырсынташ карьеры булмаған райондарға өҫтәмә аҡса бирергә тәҡдим итте

Хөкүмәттә  ауылдарға илткән юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе күтәрелде. Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов әйтеүенсә, бер километр юлды ҡом-таш менән түшәү уртаса ике миллион һумға барып баҫа. Бөтә биләмәләрҙә лә ҡырсынташ карьеры булмау сәбәпле ремонт ҡиммәткә төшә. Радий Хәбиров мәсьәләне хәл итеү өсөн өҫтәмә финанс бүлергә кәрәк тине.

Радий Хәбиров юл ремонты өсөн ҡырсынташ карьеры булмаған райондарға өҫтәмә аҡса бирергә тәҡдим итте

         Быйыл ауылдарға илткән юлдарға ҡом-таш түшәү өсөн 540 миллион һум бүленде. Был суммаға 438 километр юл тәртипкә килтерелде. Программа 2019 йылдан ғәмәлдә.

Фото №1 - Радий Хәбиров юл ремонты өсөн ҡырсынташ карьеры булмаған райондарға өҫтәмә аҡса бирергә тәҡдим итте
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ