Бында реконструкция дауам итә. Бөгөн эштәр барышы менән Республика Башлығы Радий Хәбиров танышты. - Студенттар һәм уҡытыусылар өсөн мөмкин тиклем тиҙерәк яҡшы шарттар булдырырға тейешбеҙ. Бында кампустың беренсе өлөшө. 1 ғинуарға тиклем файҙаланыуға тапшырабыҙ. Был ваҡытҡа стеналар ғына түгел, тейешле ҡорамалдар әҙер булырға тейеш. Көсөргәнешле эш тәүлек әйләнәһе бара. Кампустың икенсе өлөшөн 2025 йылдың 1 декабренә тиклем файҙаланыуға тапшырыу маҡсаты тора, тине Радий Хәбиров.







