Тағы ла 112 саҡрымда эш тамамланыу алдында. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Халыҡты борсоған участкаларҙы төҙөкләндереү программаһы быйыл эшләй башланы. Уны ғәмәлгә ашырыуға 4 миллиард һум аҡса бүленде. Финанслау киләһе йыл да шул кимәлдә ҡала. Юлдарҙы ремонтлау тотош республика буйынса алып барыла. Проблемалы участкалар исемлеге халыҡ мөрәжәғәттәренә нигеҙләнеп, транспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм республика менән идара итеү үҙәге тарафынан төҙөлдө,-тип яҙған Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.



